Өлфәт Мостафин «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһында ҡатнашты

27 апрель көнө муниципалитет биләмәһендә дөйөм ҡала өмәләре уҙҙы. Уның сиктәрендә «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһы үткәрелде.

27 апрель көнө муниципалитет биләмәһендә дөйөм ҡала өмәләре уҙҙы. Уның сиктәрендә «Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһы үткәрелде.

Шулай итеп, был көндө Киров урамы буйынса 91-се йортта йәшәүселәр ишек алды биләмәһендә «Корабельная» тигән яңы йәшел аллея булдырҙылар.

Был экологик акцияға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы                                                                          Өлфәт Мостафин да ҡушылды. Ул ошо йорт халҡы менән бергә 35 ылыҫлы ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Киров районының Достоевский урамында 160-сы һанлы йорт янында Өлфәт Мостафин сәйәси партияларҙың төбәк бүлектәре партия-ара Советы менән берлектә «Дуҫлыҡ аллеяһы»на башланғыс бирҙе.

Һуңынан ҡала хакимиәте башлығы муниципалитеттың Ленин районында булды. Бында, йәйге халыҡ-ара балалар уйындары алдынан Ҡамашлы урамы буйлап спорты буйынса әҙерлек үҙәге территорияһында, «Чемпиондар аллеяһы» барлыҡҡа килде.

Район халҡы менән бергә Өлфәт Мостафин ағастар ултыртты. Яңы аллеяла барлығы 89 шыршы ултыртылды.

Бынан тыш, ҡала хакимиәте башлығы орджоникидзе районында булды. Бында 116-сы мәктәп биләмәһендә  ветерандар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм район халҡы менән берлектә Өлфәт Мостафин «Советтар Союзы Геройы Бикеев Солтан Хәмит улы исемендәге Дан аллеяһы»на нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.

Шулай итеп, ҡаланың барлыҡ ете районында ла ылыҫлы ағастарҙан яңы тематик аллеялар барлыҡҡа килде. Барлығы 2573 ағас һәм 221 ҡыуаҡлыҡ ултыртылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA