Киров районында юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау дауам итә

Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була.
Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була. Был мөмкинлектәр хәҙер тағы ла киңәйҙе. Юлдағы соҡор тураһында хәбәр итеү процедураһы ябайлаштырылды. Өҫтәүенә “Юл эксперты” кеҫә телефондары өсөн ҡушымтаны ла файҙаланып була. Бер ай эсендә Киров районы биләмәһендәге 1200 соҡор тураһында хәбәр алынған. Был хәбәрҙәр буйынса 600 урында ремонт эштәре башҡарылған да инде. Калган соҡорҙо райондың коммуналь хужалығы эшсәндәре тиҙ арала ямарға тейеш. Сфоья Перовская, Степан Кувыкин, Пугачев урамдарындағы, Менеделеев, Аврора, Коммунистик урамдарындағы йорт араларында соҡорҙар ремонтланған. Автомобиль хәрәкәтен туҡтатмаҫ өсөн күп эштәр төнөн башҡарыла.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA