26.04.2019
1310
25 апрелдә Орджоникидзе районы Хакимиәтендә райондың башҡорт Ҡоролтайы үтте. Көн тәртибендәге иң төп мәсьәлә – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (конгресына) әҙерлек ине.
Район Хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин сарала ҡатнашыусыларҙы йылы тәбрикләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы составында әүҙем һәм уңышлы эшләүҙәрен теләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты ағзаһы Алһыу Сирғәлина һайланасаҡ делегаттар алдында торған мәсьәләләрҙең үтә мөһимлеген билдәләп үтте.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мәрфуға Мостафина район ҡоролтайының үткән йылдарҙағы эшмәкәрлеге менән ентекле таныштырҙы. Уның сығышынан һуң, һөйләшеүҙе Орджоникидзе районы Хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф бүлегенең баш белгесе Оксана Голкова һәм ошо бүлектең начальнигы урынбаҫары Айрат Фәйзуллин дауам итте.
Район ҡоронда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына индерерлек байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр әйтелде, төплө фекерҙәр яңғыраны. Стратегия – 20-30 йылдан уртаҡ киләсәгебеҙҙең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы тәҡдим иткән документ. Был проекттың үҙенсәлеге шунда: уны эшләүҙә эксперттар ғына ҡатнашып ҡалмай, ә теләгән һәр кем үҙ өлөшөн индерә, йәғни фекерен тәҡдим итә ала.
Ошо хаҡтағы етди һөйләшеүҙе З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт cәнғәт институтының кафедра мөдире, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берлеге рәйесе Артур Ғайсаров дауам итте. Ул Стратегияға индерерлек уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Шулай уҡ район башҡорттары ҡоронда тиҙҙән үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Йәштәр ҡорона һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайына делегаттар ҙа һайланды.
Сара барышында райондың иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡорттар ҡоролтайының, Орджоникидзе районы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Грамоталары менән бүләкләнде.