Өфөлә Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәре тамамланды

17-18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бик бай программа көттө – ике көн эсендә егерменән артыҡ төрлө саралар уҙҙы.

17-18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бик бай программа көттө – ике көн эсендә егерменән артыҡ төрлө саралар уҙҙы.

Сараларҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

Шулай итеп, 18 апрелдә «Нур» татар дәүләт театры ҡаршыһында бөйөк татар яҙыусыһы, шағир, тәнҡитсе һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңынана башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу сараһы үтте.

Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре сиктәрендә Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында эшлекле форумы уҙҙы.

Форум башланыр алдынан төбәктәр етәкселәре һәм ҡунаҡтар машина төҙөлөшө предприятиелары продукцияһы күргәҙмәһен ҡаранылар.

Форум барышында региондарҙың сәнәғәт һәм туристлыҡ потенциалын тәҡдим иттеләр. Татарстан предприятиелары вәкилдәре Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләнеләр.

Пленар утырыш аҙағында ике хөкүмәт араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Бынан тыш, Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов  «ВДНХ-Экспо» комлексында асылған Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы. Улар форум экспозицияһы менән танышты, торлаҡ комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  предприятиелары вәкилдәре менән тармаҡҡа инновация һәм заманса технологиялар йәлеп итеү тураһында фекер алышты.

Йомғаҡлау сараһы булып Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу торҙо.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA