Терминологик төркөмдөң ағзалары Өфө ҡалаһының медицина учреждениеларында республиканың тел ҡануниәте үтәлешен тикшерҙе

11 апрель Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһының Терминологик төркөм ағзалары Өфө ҡалаһының 8-се һәм 21-се ҡала клиник дауаханаларында тел ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.

Дауаханаларға методик һәм консультатив ярҙам күрһәтелде. Тикшереү барышында ойошмаларҙың бланктарында һәм мәғлүмәти алтаҡталарында грамматик хаталар табылды, уларҙы дауахана етәкселәре тиҙ арала төҙәтәсәктәрен вәғәҙәләне.

Терминологик төркөмдөң ошо форматтағы эше артабан да аҙнаның һәр кесаҙна көнө ойоштороласаҡ.

Бланктар, мисәттәр, алтаҡталар һәм башҡа асыҡ мәғлүмәт текстарын Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә рәсмиләштереү буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлегенә (347) 279-05-00, 279-05-38 телефондары аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ, баш ҡалала күҙгә салынған хаталарҙы «ВКонтакте» социаль селтәрендә булдырылған рәсми төркөмгә https://vk.com/termingroup һалһағыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмаҫ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA