Әкиәт донъяһында

4 апрель Калинин районының 219-сы Балалар баҡсаһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының район этабы үтте. Конкурста 16-сы, 152-се, 222-се, 219-сы, 264-се, 273-сө, 109-сы, 59-сы, 270-се, 220-се, 58се балалар баҡсаларынан һәм 52-се, 56-сы, 60-сы, 74-се, 78-се, 105-се, 121-се, 111-се мәктәптәрҙән
4 апрель Калинин районының 219-сы Балалар баҡсаһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының район этабы үтте. Конкурста 16-сы, 152-се, 222-се, 219-сы, 264-се, 273-сө, 109-сы, 59-сы, 270-се, 220-се, 58се балалар баҡсаларынан һәм 52-се, 56-сы, 60-сы, 74-се, 78-се, 105-се, 121-се, 111-се мәктәптәрҙән 25 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты, 12 фольклор коллективтары әкиәттәрҙе сәхнәләштерҙе. Бөтәһе 132 бәйгелә ҡатнашыусы жюри ағзаларын үҙҙәренең таланттары, мәҙәктәре һәм матур костюмдары менән ҡыуандырҙы. Бәйгенең еңеүселәре тип 152-се, 219-сы, 16-сы балалар баҡсалары, мәктәптәр араһында 52-се Лицей уҡыусылары һәм З.Биишева исемендеге 140-сы Башҡорт гимназияһы коллективы, 232-се балалар баҡсаһының ғаилә ансамбле билдәләнде. Йәш артистар башҡорт, татар, урыҫ, әрмән, ҡытай әкиәттәрен башҡорт телендә мауыҡтырғыс итеп башҡарҙы. Ә иң мөһиме, балаларҙың күҙҙәрендә ут һәм дәрт уйнай, әкиәт доңъяһы бик оҡшай ине. Уҡыу йорттарының етәкселәренә, тәрбиәселәргә һәм башҡорт теле уҡытыусыларына башҡорт телен өйрәнеүгә һәм халыҡ ижадына ҙур иғтибарҙары, хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт. Үҙ туған телен, халыҡ ижадын белгән һәм яратҡан кеше изге күңелле, яҡшы кеше булып үҫеүҙәрендә шигебеҙ юҡ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA