«Сәтәкәй»ҙәр - беренсе!

«Шаяниум – 2019» шаяндар һәм тапҡырҙарҙың XVII ҡала конкурсының финалы Ҡала мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә үтте.
«Шаяниум – 2019» шаяндар һәм тапҡырҙарҙың XVII ҡала конкурсының финалы Ҡала мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә үтте. Конкурстың төп бурыстары: уҡыусы йәштәрҙе милли мәҙәниәткә һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, башҡорт телен белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында популярлаштырыу, Өфө ҡалаһы ҡала округы белем биреү учреждениелары уҡыусыларының ялын файҙалы ойоштороу. Конкурс «Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә, Сатнамаған ҡояш ҡалдырам...» (М. Кәрим) тематикаһы буйынса үткәрелде һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Конкурстың финалында 15 команда көс һынашты. Командалар ярышҡа бик ныҡлы һәм етди әҙерләнгәндәр. Жюри ҡарамағына «Сәләмләү» (“Фристайл”) конкурсын күрһәттеләр. Уйын һөҙөмтәһе буйынса икенсе йыл рәттән беренсе урынды «48-се башҡорт лицыйы» ның «Сәтәкәй» командаһы яулай. Командаға уңыштар һәм яңы үрҙәр яуларға теләйбеҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA