27.11.2018
860
Кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған фажиғәләр ҡабатланып тора. Өфө ҡалаһы Ленин районының Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре фажиғәләрҙе булдырмау йә уларҙың һанын кәметеү маҡсаты менән йәнә профилактик рейдҡа сыҡты. Был юлы иҫкәртеү сараһы Нижегородка биҫтәһенең Долгое күле буйында урынлашҡан йорттар һәм Воронежская урамы буйында үтте.
Тәүге ярҙам, боҙҙа үҙеңде нисек тоторға, хәүефһеҙлек саралары - былар үтәлергә тейешле төп талаптар. Рейд барышында аңлатыу эштәренән тыш, иҫкәрмәләр ҙә таратылды.