26.11.2018
1165
Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен үтәмәү урындарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү маҡсаты менән Өфө ҡалаһының Ленин районындағы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү буйынса йәмәғәт именлеге идаралығы белгестәре рейдҡа сыҡты. Идара белгестәре – Ленин районы Хакимиәтенең ҡарамағындағы Административ комиссия ағзалары, райондағы предприятие, ойошма һәм учреждениеларының тирә-яҡ территорияларын ҡарҙан таҙартыу тәртибен тикшерҙе.
Рейд барышында предприятие, ойошма етәкселәре менән тирә-яҡ территорияны ҡарҙан таҙартыу кәрәклеге тураһында профилактик әңгәмә үткәрелде, 46 иҫкәртеү һәм 4 административ протокол төҙөлдө.