01.09.2018
1359
Йәрминкәлә республиканың 27 районынан йыйылған ауыл хужалығы тауарын етештереүселәре ҡатнашты. Улар ҡала халҡына һатыр өсөн бал, йәшелсәләр, бәшмәк һәм башҡа бик күп аҙыҡ-түлек килтергәйне.
Фермерҙар сауҙа урынын матурлауға ла ҙур иғтибар биргән. Кемдер балды Башҡортостан байрағы төшөрөлгән һауыттарҙа һата, кемдер йәшелсәләрҙән тотош композициялар әҙерләгән, ә Нуриман районы умартасыһы Әҙеһәм Дәүләтшин һатып алыусыларҙы милли кейемдә сәләмләне.
Ауыл еренән килтерелгән йәшелсә-емеш һәм балды һатып алырға теләүселәр күп, бындай сауҙа урындары халыҡ араһында популярлыҡты күптән үк яуланы инде. Әйткәндәй, быйыл йәрминкә ойошторолған сауҙа урынында элекке конструкциялар яңыһына алыштырылған.
Йәрминкә барышында фермерҙар һәм Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре араһында эшлекле һөйләшеү ҙә ойошторолдо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 сентябрҙә ошо уҡ майҙанда ҙур Бал фестивале үтәсәк.