14.08.2018
1055
Йыл һайын Сипайлово биҫтәһендә 14 август көнө ҡаһарман яҡташыбыҙ Наталья Ковшова иҫтәлегенә арналған митинг үтә. Сарала ҡала халҡы, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, йәштәр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.
Был юлы митинг Наталья Ковшованың портреты һынландырылған йорт алдында башланды. Килеүселәрҙе тәбрикләп, Октябрь районы хакимиәте башлығы Роберт Ахунов Натальяның ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле ғүмер кисереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм йәш ҡыҙҙың батырлығы менән бөгөнгә тиклем бөтә ил ғорурланыуы тураһында әйтте.
- Бөйөк Ватан һуғышында еңеү тәжрибәһе беҙгә ил хәүефһеҙлеге һәм именлеге нигеҙендә тик ҡыйыулыҡ менән батырлыҡтың, рух берҙәмлеге менән туғандашлыҡтың ятыуын иҫбат итте, - тине ул.
Митингта шулай уҡ Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссары Сергей Сафонов, Октябрь районы ветерандары Советы рәйесе урынбаҫары Евгений Стремоухов сығыш яһаны.
Митингта ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән Наталья Ковшованы иҫкә алды һәм таҡташҡа сәскәләр һалды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1942 йылдың 14 августында Сутока ауылы янында Наталья Ковшова әхирәте Мария Поливанова менән тиңһеҙ алышҡа сыға. Бөтә булған патрондарын атып бөткәс, ҡыҙҙар һуңғы граната менән уҙҙәрен һәм уратып алған фашисттарҙы юҡ итә.