03.08.2018
1302
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 138 йыл тулды.
Ул 1880 йылда, яңы календарь буйынса 3 августа хәҙер үҙенең исемен йөрөткән Ғафури районы Еҙем Ҡаран ауылында тыуған.
Мәжит ауыл мәҙрәсәһен тамамлай, артабан Троицк ҡалаһында – «Рәсүлиә», Ҡаҙанда «Мөхәммәҙиә», Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә уҡый.
1923 йылда әҙиптәр араһына тәүгеләрҙән булып уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә. Шағир 1934 йылда вафат була.