18.07.2018
875
2018 йылда Орджоникидзе районында Республика капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планына ярашлы 101 йортто ремонтлау ҡаралған.
Шун уңайҙан 27 йортта фасад ремонты, 3 йортта фасадты йылытып ремонтлау, 53 йортта – ҡыйыҡ ремонты, 2 йортта – ҡыйыҡты яңынан ябыу, 21 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү системаларын, бер йортта йылылыҡ менән тәьми итеүҙе, 19 йортта – электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын, 3 йортта – газ менән тәьмин итеүҙе ремонтлау, 1 йортта - сарлаҡ таяуҙарын йылытыу һәм 4 йортта лифт ҡорамалдарын алмаштырыу үткәреләсәк.
Был йорттарҙың араһынан етеһендә фасад һәм ҡыйыҡ капиталь ремонты «Тимашево юл үткәргесе» асылыуы айҡанлы планлаштырылған. Шулай уҡ 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә бәйле планға 13 йорт индерелгән, уларҙың 13-дә – фасад ремонты һәм 8-дә – ҡыйыҡ ремонты башҡарыласаҡ.
Заказ биреүсе булып «Башҡортостан Республикаһы Төбәк операторы» фонды тора.
Бөгөнгө көндә:
- 17 йортта ҡыйыҡ ремонтлау буйынса эштәр бара, 14 йортта эштәр тамам, 7 йорт тапшырылған (план буйынса – 51) ;
- 19 торлаҡ йортонда фасадтар ремонтлана, 3 йорт әҙер (план буйынса – 30);
- 5 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү системаларын ремонтлау башҡарыла, 9 йортта эштәр тамамланған, 6 йорт тапшырылған (план буйынса – 21);
- 9 йортта электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау буйынса эштәр бара, 3 йортта ремонт башҡарылған, 2 йорт тапшырылған (план буйынса – 19);
- сарлаҡ таяуҙарын йылытыу буйынса эштәр бер йортта тамамланған, сиратта – тағы ла бер йорт.