Мәжит Ғафури исемендәге паркта оло йәштәгеләр өсөн шахмат буйынса турнир үтте

Сарала ҡатнашыусылар "Ветерандар - сәләмәт тормош өсөн" акцияһы сиктәрендә асыҡ һауала шахмат уйнаны.
Ветерандарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Гүзәл Фәйзуллина сәләмләне. - Шахмат - ул йәш буйынса сикләүҙәре булмаған спорт төрө. Мин һеҙгә уйындан ләззәт алыуығыҙҙы һәм бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тине ул. Ярыштарҙа 20-нән ашыу ветеран ҡатнашты. Улар араһында уйындың серҙәренә яңы төшөнгәндәр ҙә, интеллектуаль спорттың оҫталары ла бар. Шахматсылар үҙҙәренең уйындарын тамамлағандан һуң, башҡаларҙың уйындарын да ентекләп күҙҙәтте, ял ваҡыттарында фекерҙәр менән бүлеште, ихлас аралашты. Шулай уҡ сарала Октябрь районы ветерандары Советы рәйесе Татьяна Лопатина, саңғы ярыштары буйынса 1984 йылдағы донъя чемпионаты призеры Илдар Ғарифуллин ҡатнашты. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー