Ирек Ялалов “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында ҡала халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

2018 йылдың 5 июнендә  Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында ҡала халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Теләгәндәр үҙ һорауҙарын алдан “Ҡыҙыу бәйләнеш”кә тапшыра ала ине. Хәбәрҙәр шулай уҡ мессенджерҙар ярҙамында ҡабул ителде, телеканалдың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә эфир туранан-тура трансляцияланды. Бынан тыш, был көндә Иван Яҡутов исемендәге паркта “Асыҡ ҡала” күсмә студияһы эшләне.

Ҡабул ителгән һорауҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе анализлағандан һуң ҡала халҡы өсөн ҡала мөхитен төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалығы, йорттарҙы капиталь ремонтлау, йәмәғәт транспортының эше, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау, парковкалар һәм балаларҙың ялы көнүҙәктә икәнлеге асыҡланды.

Ике сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә Өфө хакимиәте башлығының халыҡ менән тура эфирына  300-ҙән ашыу һорау килде.

Тура бәйләнеш тамамланғас Ирек Ялаловҡа тура эфирҙа яңғырамаған һорауҙар тапшырылды. Улар барыһы ла айырым контролгә ҡуйылды.

Шулай итеп, ҡала халҡы менән һөйләшеү дауам итәсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA