Шәжәрә конкурсына йомғаҡ яһалды

Шәжәрә байрамдары – сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе. Улар үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Шуға күрә Орджоникидзе районында йыл һайын «Шәжәрә байрамы» конкурсы үткәрелә. Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн райондың ойоштороу комитетына 13 эш тапшырылды.
Ә 22 майҙа Орджоникидзе районы Хакимиәтендә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Балаларға Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйҙәр улы Байғусҡаров һәм Орджоникидзе районының башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы Мостафина тапшырҙы. Конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар – 48-се Башҡорт лицейы уҡыусылары, улар бәйгегә 6 эш ебәрҙе. 109-сы мәктәптәң Сиражитдинов Ғаяз үҙенең 12 быуынын белһә, ә Ырғыҙова Камилла 129 –сы мәктәптәң иң боронғо фото документтарын һаҡлап, үҙ ырыуы вәкиле ингән шәжәрә төҙөгән. Һәр конкурсант үҙ шәжәрәһен төплө, үҙенсәлекле итеп әҙерләгән. Шәжәрә байрамын үткәреү, ҡатнашыу мәктәптәрҙең йыллыҡ тәрбиәүи эш планына индерелә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA