Өфөлә урында етештерелгән тәпәш иҙәнле троллейбусты күрһәттеләр

2018 йылдың 26 апрелендә Өфөлә урында етештерелгән беренсе тәпәш иҙәнле троллейбустың презентацияһы булды. Автоном йөрөшлө троллейбус “Өфө ҡалаһы электр транспорты идаралығы” муниципаль предприятиеһы һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының “НефАЗ” акционер йәмғиәте менән уңышлы хеҙмәттәшлегенең күҙгә күренерлек һөҙөмтәһе. Был троллейбусҡа “Горожанин” йәғни “Ҡала кешеһе” тигән исем бирелде. Инжернерҙарҙың эшенә һәм яңы Өфө троллейбусының техник характеристикаларына Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов баһа бирҙе.

Өфөлә етештерелгән тәүге яңы – урта иҙәнле троллейбус 2017 йылдың майында төҡдим ителгәйне. Икенсе машина иһә тәпәш иҙәнле итеп эшләнде. Өфөлә йыйылған машинаға иң заманса, ышаныслы һәм файҙаланыуҙа уңайлы ҡоролмалар урынлаштырылған. 100-ҙән aашыу пассажир һыя, 28 ултырғыс һәм инвалид коляскаһы өсөн урын бар.

Яңы троллейбусты ҡарап сыҡҡас Ирек Ялалов уны юғары баһаланы, пассажирҙар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуын айырым билдәләп үтте.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA