
05.03.2019
Тәртипкә килтерелгән ихаталар – торлаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙанышы
Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүенә ҡарамаҫтан, ихаталарҙа ҡар күләмен бер көндә таҙартып бөтөрөү мөмкин түгел.
01.03.2019
Өфө призывниктарының Балтика флоты «Сообразительный» корветында хәрби хеҙмәт үтергә мөмкинселектәре бар
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин етәкселегендәге муниципалитеттың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Калининград ҡалаһында булды.

25.02.2019
Өфө ихаталарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу графигы
Өфөнөң торлаҡ ойошмалары күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын ҡарҙан һәм боҙҙан комплекслы таҙартыу эштәрен дауам итәләр.

23.02.2019
Өфөлә традицион саңғы ярыштары уҙҙы
23 февралдә «Биатлон» спорт комплексында Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Ярыштарҙа 500-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты.
23.02.2019
Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантаныһы үтте
Бөгөн бөтә ил Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Был көндө беҙ хәрби хеҙмәт менән шөғөлләнеүселәрҙе, илебеҙҙең көсөн, ҡеүәтен нығытыусыларҙы, халыҡтың именлегенә һәм тотороҡлолоғона ирешкәндәрҙе, дәүләтебеҙҙең суверенитетын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙе хөрмәтләйбеҙ, һуғыш йылдарында ҡан түк...

14.02.2019
Юл хәүефһеҙлеге буйынса күңел асыу сараһы үтте
13 февраль көнө 75-се "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында "Буратиноның ҡала урамдарындағы мажаралары" тип аталған юл хәүефһеҙлеге буйынса күңел асыу сараһы үтте.

13.02.2019
Максимовка ҡасабаһында яңы медицина учреждениеһы эшләй башланы
13 февралдә Өфөнөң Калинин районы Максимовка ҡасабаһында 1-се һанлы поликлиника бүлегенең модулле бинаһын асыу тантанаһы үтте.

12.02.2019
Башҡортостандың йөҙ йыллығына - яңы объект
Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналған объекттар иҫәбендә Өфө ҡалаһының Октябрь районында Республика онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә.

11.02.2019
Өлфәт Мостафин яңы балалар медицина пункты эше менән танышты
11 февралдә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында яңы модулле медицина пункты эшләй башланы. Учреждение 18 йәшкә тиклемге балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

11.02.2019
З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында шаулап-гөрләп оло байрам үтте
8 февралдә З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында шаулап-гөрләп оло байрам үтте. Ул Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә 100 йыл, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл һәм Театр йылы асылыуына арналды.

07.02.2019
Өлфәт Мостафин Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы
7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентына 85 йәш тулды.
07.02.2019
Өфөлә 2019 йылда подъездарға ремонт яһау планлаштырылған күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең йыйылышы үтте
Муниципалитетта подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йыйылышытар үткәрелә.