Даими рәүештә үткән кәңәшмәләр, унда муниципалитет подразделениеларының, ҡала тормошон тәьмин итеүсе ҡала предприятиеларының етәкселәре ҡатнаша. Ҡала үҫешенең көндәлек мәсьәләләренә арнала.
Кәңәшмәләр шишәмбе һайын (8.30 сәғәттә башлана) ҡала ваҡытлы матбуғат саралары ҡатнашлығында үткәрелә.
2017 йылдың башынан оператив кәңәшмәләр барышы менән яҙма рәүештә танышырға мөмкин булды, ә 2017 йылдың 18 апреленән был кәңәшмәләр facebook социаль селтәрендә тура трансляцияла бара.