Ленин майҙанында боҙ ҡаласыҡтарын төҙөкләндерә башланылар

Өфөлә традицион халыҡ байрамдары уҙғарыла торған Ленин майҙанында боҙ ҡаласыҡтарын төҙөкләндерә башланылар.

Өфөлә традицион халыҡ байрамдары уҙғарыла торған Ленин майҙанында боҙ ҡаласыҡтарын төҙөкләндерә башланылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала бында 30 метр бейеклектәге Благовещен районынан килтерелгән шыршыны урынлаштырҙылар, монтажды «Горзеленхоз» МУП хеҙмәткәрҙәре башҡаҙы.

Хәҙерге ваҡытта майҙанға Һупайлы биҫтәһе Ҡашҡаҙан күленән буласаҡ боҙ скульптуралары өсөн әҙерләнгән боҙ китерелде. «Горзеленхоз» МУП белгестәре боҙ һырғалаҡтарының каркастарын формалаштыра башланылар. Бәләкәстәр яратып өлгөргән боҙ лабиринтына ла урын табыласаҡ. Ҡаласыҡтың тематикаһында киләһе йылдың символы сағыласаҡ.

Боҙ скульптураларын рәсмиләштергәндә архитектура яҡтыртҡысы файҙаланыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA