Мустафин Өлфәт Мансур улы

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы

1959 йылдың 4 майында Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған

Хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлаған

Техник фәндәр кандидаты

Башҡортостан Республикаһының 1-се класслы дәүләт кәңәшсеһе.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге:

06.1981-08.1991 4-се разрядлы слесарь, кладовщик, мастер, 40-сы ЖЭУ начальнигы, Өфө ҡалаһы Киров районы советының башҡарма комитеты торлаҡ хужалығы Киров етештереү тресының баш инженеры

09.1991-09.1996 Киров районы советының башҡарма комитеты коммуналь хужалығының бүлек мөдире, Киров районы хакимиәте Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығының коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы

09.1996-06.1997 Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Торлаҡ хужалығы предприятиелары һәм инженерлыҡ тәьминәте идаралығы начальнигы урынбаҫары

06.1997-09.1999 «Газ-Сервис» «Өфөгаз» ААЙ филиалында иҡтисад буйынса директор урынбаҫары, капиталь төҙөлөш һәм социаль һорауҙар буйынса директор урынбаҫары

09.1999-10.2003 «Газ-Сервис» «Өфөгаз» филиалының баш инженеры

10.2003-05.2008 Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы

09.2010-03.2013 Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында күҙәтеү-контроль һәм рөхсәт биреү эшен ойоштороу бүлеге начальнигы, етәксе ярҙамсыһы

04.2013-03.2015 «Газпром газ бүлеү Өфө» ААЙ генераль директорының капиталь төҙөлөш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары

03.2015-10.2018 «Газпром газ бүлеү Өфө» ААЙ генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары

29.10.2018 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы

Бүләктәр һәм маҡтаулы исемдәр:

Башҡортостан Республикаһы маҡтау грамотаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Рәхмәт хаты (2003), Өфө ҡала советы маҡтау грамотаһы (1998), «Газ-Сервис» ААЙ Рәхмәт хаты (2001), «Башҡортостандың Рәсәй составына ирекле ҡушылыуына 450 йыл» иҫтәлекле юбилей медале (2007), Өфө ҡала советы депутаты (1995-1999).

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA