Warning: require(include/global_variables.php): failed to open stream: No such file or directory in /NFS/site/www/ufacity.info/

Киров районының һәр ташы, һәр йорто, һәр урамы - Өфө ҡалаһының, Башҡортостандың тарихын һынландыра. Ҡалала беренсе булып барлыҡҡа килгән таш йорттар, тәүге майҙандар һәм парктар, беренсе күп ҡатлы йорт һәм трамвай – былар барыһы ла ошонда - хәҙер инде Өфөнөң боронғо районы булып иҫәпләнгән Киров районында башланғыс тапҡан. Бер нисә быуын Киров районы халҡы тарафынан оло фиҙакәр эш башҡарылған. Төрлө ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, райондың тарихын һаҡлап ҡалдылар, тышҡы күренешен заманса һәм күркәм итеп үҙгәртеп, ваҡыт һынауын намыҫ менән үтәнеләр.

Райондың барлыҡҡа килеү осоронда, 1935 йылдың 13 ноябрендә, уның етештереү базаһы нигеҙен тау ҡорамалдары, кирбес, алебастр, һыра ҡайнатыу һәм ағас ҡырҡыу, ит эшкәртеү заводтары, кондитер фабрикаһы, типография һәм бер нисә ярым һөнәрсе артелдәр тәшкил итте. Барлығы сәнәғәт өлкәһендә 4353 эшсе иҫәпләнде. Улар йылына 17 млн. һумлыҡ тулайым продукция етештерҙе.

Иң иҫке завод булып тау ҡорамалдары заводы һанала, ул 1898 йылда нигеҙләнгән. Өфө губернияһында, революцияға тиклемге Өфөлә, иң ҙур заводтарҙың береһе булып торған, беренсе суйын-баҡыр иретеү һәм механик завод төрлө эштәргә заказдар ҡабул иткән, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә алтын һәм көмөш наградаларға лайыҡ булған. 30-сы йылдарҙа райондың сәнәғәт потенциалының төп өлөшөн баҡыр етештереү артеле базаһында барлыҡҡа килгән кондитер фабрикаһы тәшкил иткән. Эшмәкәрлегенең тәүге йылдарында бер нисә төр продукция сығарыуҙан башлаһа, һуғышҡа тиклемге йылдарҙа “Башкондитер” фабрикаһы 112 сорт карамель, кәнфит, мармелад һәм ондан бешерелгән изделиелар етештергән. Һуғыш ваҡытында 1941 йылдың сентябренән фабрика базаһында фронт өсөн витаминдар етештереү ойошторола. 1941 йылдың 25 ноябрендә кандитер фабрикаһында витаминлаштырылған шәкәр сиробының беренсе партияһы сығарыла. Һуғыштың беренсе йылдарында Өфө витамин заводы бөтә илдә берҙән-бер витамин етештереүсе предприятие була.

Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондың эшсәндәре барлыҡ совет халҡы менән берлектә Тыуған ил азатлығы өсөн ватансылыҡ, тоғролоҡ һәм батырлыҡ күрһәттеләр. Киров районы фронтҡа 16 меңдән ашыу һалдат һәм офицерҙар оҙатты.

Киров районы үҙенең сәнәғәт көсө буйынса баш ҡаланың төнъяҡ индустрияһынан ҡалышһа ла, ғәмәлдә Киров районы территорияһында республика сәнәғәте нигеҙе һәм традициялары башланғыс алған, ошонда Өфө эшсе синыфы барлыҡҡа килгән. Район бөгөнгө көнгәсә төрлө производство өлкәһендә кадрҙар етештереүсе район булып иҫәпләнә.

Бөгөнгө көндә районда иҡтисад өлкәһендә 80-дән ашыу эре һәм уртаса предприятие теркәлгән (сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, бәйләнеш, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡалар). Был эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларында эшләүселәрҙең уртаса һаны 4500 кеше иҫәпләнә.

Киров районы халҡын бөгөнгө көндә 80-дән ашыу көнкүреш күрһәтеү өлкәһе предприятиелары һәм 110 шәхси эшҡыуарҙар тәьмин итә. 8 меңдән ашыу бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субьекттары эшләй.

Иҡтисад өлкәһендә әүҙем үҫешкән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тотороҡло һәм юғары кимәлдә тауарҙар һәм уңайлыҡтар менән тәьмин итеүсе тармаҡтарҙың береһе – сауҙа.

Райондың сауҙа селтәренең формалашыуы тарих төпкөлөнә барып тоташа. 1726 йылда әле Өфөлә Сауҙа рәттәрен төҙөгәнгә тиклем 100 йыл элек, Юғары сауҙа майҙанында 64 кибет булған. Бөгөнгө көндә Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын 880 сауҙа предприятиелары, шулар иҫәбендә “МЭГА”, “Касторама”, “Метро Кэш энд Керри”, “Карауанһарай”, “Ирәмәл” эре сауҙа үҙәктәре хеҙмәтләндерә.

Халыҡты арзан тауарҙар менән тәьмин итеүсе объекттарҙы асыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Районда эконом-класс формаһындағы 18 универсам һәм магазин эшләй.

Үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһынан “яңы тыуған” Киров районында ҙур төҙөлөш йәйелдереп ебәрелә. Бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килә: Башсоюз бинаһы, Почтамт, Хөкүмәт йорто, Белгестәр, Актерҙар, Медиктар йорто, ҡунаҡханалар һәм башҡа яңы биналар. 1935 йыл Өфөлә трамвай юлдарын төҙөү йылы булараҡ билдәле. 1937 йылдың 1 февраленән Ленин урамынан беренсе тапҡыр трамвай йөрөй башлай. Бер-бер артлы үҙәктә тәүге 4 һәм 5 ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡты. Ләкин төҙөлөштөң күп өлөшөн барактар, дөйөм ятаҡтар, көнкүреш уңайлыҡтары булмаған төкәтмәләр тәшкил итә. Өфөлә заманса беренсе бейек бина – 14 ҡатлы йорт 1972 йылда Фрунзе һәм Воровского урамдарының киҫешкән ерендә үҫеп сыға.

Республикала бөгөнгө көндә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тора. Ҡала картаһында заманса төҙөлгән “Йәшел ҡурсаулыҡ”, “Белореченский”, “Дуҫлыҡ”, “Ҡариҙел”, “Көньяҡ”, “Йүрүҙән”, “Колгуевский” микрорайондары барлыҡҡа килде, үҙәк кварталдар әүҙем төҙөкләндерелә.

Киров районында мәҙәниәт өлкәһенә лә ҙур иғтибар бирелә. Район тарихын шулай уҡ Өфө театры тарихынан айырып ҡарап булмай. Был театр 1772 йылда “Пан Бронислава” опереттаһы тамашаһы менән башланып китә. Тамаша Минзәлә воеводаһы Никита Можарова йортонда ойошторола. Софийский баҡса театры (хәҙерге ваҡыттағы 3-сө гимназияның һүтелгән ағас төкәтмәһе) билдәле рус йырсыһы Ф.И. Шаляпиндың беренсе сәхнә уңышының башланғысы. Ошонда уның тәүге бенефисы һәм тәүге автографы булған.

Өфөлә тыуған С.Т. Аксаков иҫтәлегенә 1909 йылда Аксаков Халыҡ йорто төҙөлә. Был бинала 30 йылдан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры урынлаштырыла. Был театр сәхнәһендә күп кенә “йондоҙҙар” күрергә тура килде: Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Таңһылыу Рәшитова, Ғималетдин Мингажев һәм башҡа бик күп ул ваҡыттағы “күрше” биналағы Башҡорт академия театры актерҙары был сәхнәлә балҡынылар. Бөтә донъяға билдәле бейеүсе, балетмейстер Рудоль Нуриевтың таланты тап бына ошонда асылды ла инде.

2002 йылда Республикабыҙҙың тиҫтере булып торған, 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр нигеҙ һалынған, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрына ҙур масштаблы реконструкция тамамлана. Иң ҡыҙыҡлы ижади коллективтың береһе - Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры һаман да алдынғы рәттәрҙә.

Киров районы менән Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла исемдәре киң билдәле булған бик күп сәнғәт әһелдәренең тормош юлдары бәйле. яҙыусы Сергей Аксаков, йырсы Федор Шаляпин, рәссам Михаил Нестерев, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Мәжит Ғафуриҙың исемдәре музейҙарҙа һәм күп һанлы мемориаль таҡталарҙа һаҡлана. Тап ошо районда башҡорт бейеүен башҡа сәнғәт кешеләренә аңлайышлы иткән Фәйзи Ғәскәров ижад иткән. Башҡортостандың күп милләтле сәнғәтенең алтын фондын Мостай Кәрим поэзияһының ялҡынлы юлдары һәм Заһир Исмәғиловтың илаһи моңдары тулыландырған.

Республикабыҙҙың һөнәри музыкаль белеме лә тап ошонда барлыҡҡа килгән. Киров районында илебеҙҙең иң тәүге музыка мәктәптәренең береһе – Нуриман Сабитов исемендәге 1-се һанлы балалар музыка мәктәбе урынлашҡан, уның тарихы XX быуат баштарына барып тоташҡан.

Белем биреү традицияһы Киров районында 1720 йылдарҙан уҡ, Өфөнөң ҡала гарнизонында иң тәүге белем биреү йорто – казак ғәскәрҙәренә кадрҙар әҙерләүсе, “гарнизон мәктәбе” барлыҡҡа килгәндән алып башлана. 1828 йылда Өфөлә тәүге донъяуи, дворян һәм түрәләр ғаиләһенән булған ир-егеттәр өсөн асылған гимназия бик күп күренекле шәхестәрҙе тәрбиәләп сығара. Уның традицияларын бөгөн 11-се һанлы Аксаков исемендәге гимназия дауам итә. XIX быуаттың икенсе яртыһында беренсе ҡатын-ҡыҙҙар училищеһына (ул аҙаҡтан Мария гимназияһына үҙгәртелеп, бөгөнгө көндә 3-сө һанлы А.М.Горький исемендәге гимназия булараҡ дан алған), ир-егеттәр өсөн асылған дини училище, дини семинарияға нигеҙ һалына. Туҡай урамында урынлашҡан боронғо Өфө мәҙрәсәһе “Ғосмания” ҙур авторитет яулаған, унда XX быуатта Әхмәт-Зәки Вәлиди уҡытҡан (хәҙер 14-се һанлы урта мәктәп). Бөгөнгө көндә белем биреү өлкәһендә төрлө профилле 56 учреждение эшләй. Күп йылдар инде уҡыусыларҙың өлгәше 99,9% тәшкил итә. Киров районы студенттарҙың тыуған иле лә булып тора. Райондың бер нисә кварталында, республикала иҫәпләнгән юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарының яртыһынан күберәге бында урынлашҡан.

80 йыл элек ике амбулаторияһы һәм бер балалар консультацияһы булған район, бөгөнгө көндә уникаль медицина комплекслы район булып тора. Республика кардиология диспансеры, Республика балалар клиник дауаханаһы, 4-се һанлы балалар табыу йорто, тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһы, Өфө ғилми-тикшеренеү хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты үҙҙәре генә лә районыбыҙҙа бер ҡаласыҡ барлыҡҡа килтергән. Уларға дауаланырға республикабыҙҙың бар тарафтарынан һәм хатта Башҡортостандың сик яҡтарынан да киләләр. Өфө фәнни-тикшеренеү күҙ ауырыуҙары институты, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Һуғыш ветерандарының ҡала госпитале бөтә Башҡортостан халҡына билдәле. Өфөнөң көньяҡ-көнсығыш сите, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы урынлашҡан матур мөйөшө, революцияға тиклем үк хәлле ҡала кешеләренең яратҡан ял итеү урыны булған. Элекке ял йорто базаһында асылған шифахана ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡалала йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡҡа килеүселәрҙең популяр, яратҡан ял итеү һәм дауаланыу урынына әйләнде. Ағас өйҙәр урынына заманса күп ҡатлы корпустар, спорт заллы һәм бассейнлы дауалау физкультура һарайы барлыҡҡа килде, миокард инфарктын кисергән ауырыуҙарҙы реабилитациялау бүлектәре асылды. Бында хәҙер йыл һайын меңдән ашыу кеше реабилитация курсын үтә. Хәҙерге заман медицина хеҙмәттәренең тулы комплексын алырға мөмкинлеге булған “Йәйғор” шифаханаһы ла, өфөлөләр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла.

Киров районы спорт буйынса алға киткән райондарҙың береһе булып һанала. Бында, ҡаланың тәүге “Динамо” стадионында, һуғыштан алдағы йылдарҙа уҡ спорт командалары барлыҡҡа килгән, унда яу рухын тәүге оҫталар үҫтергән. Физкултураға һәм һаулыҡ мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү бөгөнгө көндә лә бик актуаль.

Мәктәптә уҡыусылар, студенттар, хеҙмәт коллективтары араһында даими рәүештә комплекслы спартакиадалар, оло йәштәге кешеләр өсөн спорт фестивалдәре, “Алтын шайба” турниры, “Күн туб” спорт байрамы, эстафеталар, күмәкләп еңел атлетик йүгереүҙәр уҙғарыла. Район йылдан йыл Республика буйынса үткәрелгән төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Кировсылар ҡаланың физкультура-спорт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, “Өфө - сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн” ҡала спорт фестивалендә уңышлы сығыш яһайҙар.


Notice: Undefined variable: APPLICATION in /NFS/site/www/ufacity.info/