30 йыл – 400 уҡытыусы

Орджоникидзе районында «Йыл уҡытыусыһы – 2024» профессиональ педагогик оҫталығы конкурсының район этабы башланды.

Профессионалдар, лидерҙар, ижад оҫталары – былар барыһы ла беҙҙең уҡытыусылар хаҡында. «Йыл уҡытыусыһы – 2024» бәйгеһендә улар үҙҙәренең педагогик оҫталыҡтарын күрһәтәсәктәр.

Конкурстың район этабын асыу тантанаһы бөгөн, 17 ноябрҙә, Орджоникидзе районының 85-се мәктәбендә үтте.

– Был залда үҙ профессияһына мөкиббән китеп эшләгән энтузиастар йыйылған, – тип билдәләне Орджоникидзе районы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф идаралығы начальнигы Юлиә Мостафина. – Һеҙҙе маҡтауға лайыҡ сифат айырып тора, сөнки уҡытыусылар белем бирергә генә түгел,ә үҙҙәре лә уҡырға әҙер”.

Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә райондың дөйөм белем биреү учреждениеларынан 13 педагог дәғүә итә . Улар араһында йәш һәм тәжрибәле уҡытыусылар ҙа бар. Ҡатнашыусыларҙың  һәр береһенә ярҙам итәсәк, көс-ҡеүәт биреп торасаҡ  остаздар беркетелгән.

20-30 ноябрҙә үтәсәк район этабы йомғаҡтары буйынса лауреаттар һәм бер абсолют еңеүсе билдәләнәсәк,улар, үҙ сиратында, район намыҫын ҡала кимәлендә яҡлаясаҡтар.

Әйткәндәй, быйыл «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы үҙенең юбилейын билдәләйәсәк, Орджоникидзе районында тәүге тапҡыр был бәйге 1993 былда уҙғарылған. Ошо ваҡыт арауығында район этабында 400 ашыу уҡытыусы ҡатнашҡан.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA