Өфөлә грант проектлау буйынса III Мәктәп еңеүселәрен һәм финалистарын бүләкләнеләр

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитетында грант проектлау буйынса III Мәктәп еңеүселәрен һәм финалистарын бүләкләү тантаһы булды.

Осрашыу йылы һәм дуҫтарса атмосферала үтте. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Роман Янгуров һәм ҡаланың Йәштәр мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры Елена Недопекина грант проектлау мәктәбенә йомғаҡ яһанылар, ҡиммәтле кәңәштәр бирҙеләр һәм уңышлы проекттар эшләгән өсөн ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр.

Финалисттар, үҙ сиратында, мәктәп тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр, ҡыҙыҡҙындырған һорауҙарын бирҙеләр. Сара аҙағында ойоштороусылар еңеүселәргә Рәсәй фондтарына-грантоператорҙарга рәхмәт һәм тәҡдим хаттары тапшырҙылар. Ә III грант проектлау мәктәбе еңеүсеһе Айгөл Сафарова «Эт билдәһе аҫтында» тигән уңышлы эше өсөн йорт аудиосистемаһын һатып алыу өсөн сертификат менән бүләкләнде.

Грант проектлау мәктәбе финалисттары менән осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды һәм бик күп күңелле хистәр ҡалдырҙы.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA