Өфө өсөнсө тапҡыр Бөтә Рәсәй балалар журналистикаһының баш ҡалаһына әйләнәсәк

Өфө өсөнсө тапҡыр Бөтә Рәсәй балалар журналистикаһының баш ҡалаһына әйләнәсәк

Көҙгө балалар каникул көндәрендә, 30 октябрҙән алып 1 ноябргә тиклем, Өфө ҡалаһы өсөнсө тапҡыр «Балаларға камера бирҙеләр» тигән Бөтә Рәсәй балалар фестиваль-тренингы үткәреү урынына әүереләсәк. Сараны «Росмолодежь» Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы, Йәштәр ресурс үҙәге, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы, «ТЕЛЕШКО» Федераль телевидение мәктәбе ойошторасаҡ. 

Баш ҡалала журналистика йүнәлешендә белем алырға хыялланған үҫмерҙәр йыйылсаҡ. Улар телевидение, радио, интернет-журналистика, блогинг кеүек өлкәләрҙә тәжрибә туплаясаҡ. Ҡатнашыусылар Рәсәй төбәк балалар һәм үҫмерҙәр киң мәғлүмәт сараларын, видеостудияларын, журналистар берекмәләрен, мәктәп телевидениеларын, продюсер үҙәктәрен тәҡдим итәсәктәр. 

Өфө өс көнгә яңы тәжрибә һәм сифатлы медиа контент алырғы теләгән уҡыусылар өсөн ҙур практик майҙансығына әйләнәсәк. Һәр ҡатнашыусыға уникаль медиа һөнәрҙәрен үҙләштереүгә мөмкинселек биреләсәк. Фестиваль барған көндөрҙә баш ҡаланың телерадиокомпаниялары үҙҙәренең эфирҙарын балалар медиафорумдың ҡатнашыусыларына тапшырасаҡтар. Шулай уҡ Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында видеосюжет төшөрәсәктәр, блогтар яҙасаҡтар, фоторепортаждар эшләйәсәктәр. Был балаларҙың эштәре бөтә Рәсәй буйынса тараласаҡ. 

Бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте фестивалдең сайтында http://детямдаликамеру.рф/ табырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA