Бөгөн 2018 йылдың 9 сентябрендә Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә федераль һәм төбәк һайлауҙары үтәсәк.
Бөтә илдә 5 мең самаһы төрлө кимәлдәге һайлау кампанияһы ойошторола. Башҡортостан Республикаһы халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына 110 депутат һайлаясаҡ.
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында иртәнге сәғәт 8-ҙән 436 һайлау участкаһы асылды, уларҙың 387 һайлау бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылған – КОИБ.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙ участагында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Ул Өфөнөң Киров районында урынлашҡан 148-се һайлау участкаһына килде.