Октябрь районында Комсомол урамындағы тыҡрыҡ төҙөкләндерелә

Комсомол һәм Урман техникумы урамдарын тоташтырыусы тыҡрыҡ ҙур карталар ысулы менән төҙөкләндерелә.
Комсомол һәм Урман техникумы урамдарын тоташтырыусы тыҡрыҡ ҙур карталар ысулы менән төҙөкләндерелә. Урамдарҙағы соҡорҙарҙы ямау ҡалала йыл әйләнәһенә дауам итә. Әгәр ҙә юлда соҡорҙар күп булһа һәм йәнәш урынлашһа, майҙанды тоташлау ямау отошло. Был ысулды белгестәр "ҙур карталар" менән эшләү тип атай. Әлеге ваҡытта райондың төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тыҡрыҡта эштәрҙе тамамлап килә. Бөтәһе 1400 кв.м майҙанда яңы асфальт түшәлгән дә инде.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA