Ял итеү урындарын төҙөкләндереү
Һуңғы алты йыл эсендә Өфөлә 19 яңы ял урыны булдырылды һәм 28 быға тиклем булған урындар яңыртылды. Был эш артабан да дауам итәсәк, сөнки социологик һорау алыуҙарҙың һөҙөмтәләренә ҡарағанда ҡала халҡы был үҙгәрештәрҙе ыңғай ҡабул итә.
Йәйәү йөрөү маршруттары
Киләсәктә “Парктағы ҡала” концепцияһы тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөтә ҡаланы ҙур һәм бәләкәс ылыҡтырғыс нөктәләр менән ҡапларға планлаштырыла. Улар үҙ-ара йәйәү йөрөү һәм велосипед юлдары менән тоташтырыласаҡ.
Төҙөкләндереү күләмдәре
Муниципалитеттың иң мөһим бурыстарының береһе – Өфөнө мөмкин тиклем уңайлы ҡалаға әүерелдерергә, кешеләргә ҡарата дуҫтарса тормош мөхитен булдырырға. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә төҙөкләндереүгә ҡараш үҙгәрҙе, башҡарылған эштәрҙеү күләмдәре артты.
Эргәләге спорт майҙансыҡтары
Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндергәндә комплекслы ҡараш ҡулланыла. Бер үк ваҡытта дөйөм спортты үҫтереү мәсьәләһе хәл ителә. Бының өсөн эргәләге яҫы спорт ҡоролмалары булдырыла.