Уҡытыусылар көнө алдынан Өфөнөң Ленин районы атҡаҙанған педагогтарын бүләкләнеләр

3 октябрь көнө Башҡортостан концерт залында Уҡытыусылар көнө уңайынан байрам танатанаһы үтте. Район мәктәптәре уҡытыусыларын, мәғариф ветерандарын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный һәм Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов ҡотланы.

Аҙна бик матур сара менән башланып китте.

3 октябрь көнө Башҡортостан концерт залында Уҡытыусылар көнө уңайынан байрам танатанаһы үтте. Район мәктәптәре уҡытыусыларын, мәғариф ветерандарын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный һәм Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов ҡотланы.

Уҡытыусылар көнөнә арналған сарала педагогтарҙы бүләкләү матур йолаға әүерелде. Быйыл да балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индергән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары педагогтарына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Традиция буйынса ошо тантанала яңы педагогик вуз тамамлап килгән йәш белгестәр Уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалырға вәғәҙә бирә. Был церемонияны үткәрелә. Гуманитар һәм социаль мәсъәләлр буйынса идаралыҡ начальнигы Венера Әсхәт ҡыҙы Ғафарова үткәрҙе.

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марсель Ҡотоев, Алена Завьялова, “Via Сhappa” төркөмө солисы Илья Тавлияров башҡарыуындағы йырҙар, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең Забава ансамбленең сығышы, “Guzal Dance” төркөмө, 39 – сы гимназия уҡыусыларының бейеүҙәре сараға тағы ла йәм өҫтәне.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA