Тимер юлында һаҡ бул!

Йәрәхәтләнеүҙең тѳп сәбәбе - яҡынлашып килгән поезд алдынан тимер юлы буйлап йѳрѳү.Тимер юлы объекттарында иҫерек килеш йөрөү ҙә ѳҫтәмә хәүеф тыуҙыра. 

Тимер юлында һаҡ бул!

Тимер юлында йөрөгәндә түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармағыҙ:
► Тимер юлын йәйәүлеләр, йә водителдәр ѳсѳн тәғәйенләнгән махсус урындар аша сығыу зарур. Техник саралар, йә тимер юлы транспорты эшсеһе биргән сигналдарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай;
► вагонға ултырыу һәм тѳшѳү пассажир платформаһы яғынан ғына рөхсәт ителә;
► тимер юлы станцияһында балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ - уларҙы йә етәкләгеҙ, йә күтәреп алығыҙ;
► тимер юлын йәйәүлеләр ѳсѳн һалынған юл аша сыҡҡан саҡта тәүҙә яҡынлашып килгән поездың, локомотив, йә вагондарҙың юҡлығына ышаныр кәрәк;
► тимер юлды шлагбаум асыҡ булғанда ғына аша үтергә мѳмкин, ә күтәрмә кәртә булмаған осраҡта тирә- яғығыҙҙы байҡарға онотмағыҙ.
Ҡәтғи рәүештә ярамай:
► тимер юлы буйлап йѳрѳү;
► яҡынлашып килгән поезд алдынан йүгереп сығыу;
► бер йүнәлештә үтеп киткән поезд артынан, ҡапма-ҡаршы поездың юҡлығына инанмайынса, ҡапыл йүгереп сығыу;
► тимер юлын ябыҡ шлагбаум йәки светофорҙың ҡыҙыл утына үтеү;
► торған тимер юл транспорты аҫтынан аша сығыу;
► пассажир платформаһының ситендәге сикләүсе һыҙыҡты һанламау;
► пассажир платформаһы буйлап килеүсе йәки ҡуҙғалып китеүсе поезд менән йәнәш йүгереү;
► хәрәкәт талап иткән уйындарҙа уйнау, балаларҙы ҡарауылсыһыҙ ҡалдырыу;
► пассажирҙар платформаһынан тимер юлына һикереү;
► бәйләнеш, электр бағанаһы һәм башҡа ҡоролмаларға менеү, сымдарға тотоноу;
► спиртлы эсемлектәр, аңды томалаусы наркотик матдәләр ҡулланыу.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA