Өфөлә бөйөк публицисты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге скверҙа ша шағирҙың шиғырҙары яңраны һәм уның һәйкәленә тананалы рәүештә сәскәләр Һаланды.

Сарала хөрмәтле ҡунаҡтар Өфө Администрацияһы башлығы Ратмир Мавлиев, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт минисрының 1-се урынбаҫары Наталья Лапшина, М. Кәрим исемендәге фондтың директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Ленин районы Администрацияһы башлығы Олег Котов, Ҡоролтай депутаты Галина Ишмухаметова, философия фәндәре докторы, профессор, Өфө фәндәр академияһының тарих тел һәм әҙәбиәт Институты директоры Зугура Рахматуллина Башҡортостан Республикаһынын халыҡ шағиры Кәдим Аралбай ҡатнаштылар.

Ратмир Рафил улы:

-Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады ҙур, баһалы үрнәк ул. Мин башҡорт шағирының ижады уҡып үҫтем. Шағирҙың һүҙҙәре Туған илде, дүҫтарыңды, туған ҡалаңды яратырға өндәй.

Башҡортостан халҡының тоғоро улдары булыу-беҙҙең төп бурыс. Өфө Мостафа Сафа улыңың талантын йәш быуынға аңлатыуын дауам итәсәк. Был скверға шағир яратҡан ағастар ултыртырасаҡ.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина башҡорт шағирының халыҡ мираҫын һаҡларға, Ҡоролтай депутаты Галина Ишмухаметова Рәсәй иленең үҫешенә өлөш индергән талантлы Башҡортостан Республикаһы кешеләрен иҫтә тотоу мөһим, тинеляр.

Әлфиә Мостай ҡыҙы:

-Был мөһим кондә беҙ фильмдар ҡарайбыҙ, шиғырҙар уҡыйбыҙ. Казан ҡалаһында Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театрында минең атайымдың тормошо һәм әҙәбиәте хаҡында "Мустай" тигән фильм курһәтелде. Мостафа Сафа улы киләсәк-йәштәр ҡулында, тип уйланы һәм һәр ваҡыт улар үҙҙәренең таланттарын асырлыҡ аҡыллы кәңәштэр бирҙе.

Тантананың аҙағында Мостай Кәрим исемендәге фондтың дипломдарын Башҡорт дәүләт университеты Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының, Өфө фәндәр академияһы тарих тел һәм әҙәбиәт Институтының стипендиаттарына тапшырыу үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA