Кескәйҙәр икмәк байрамын уҙғарҙы.

16 октябрь Икмәк көнө билдәләнә. Икмәк - ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай, кешене туйындырыусы төп аҙыҡ ул - икмәк. Шуға ла элек-электән уны үҫтереүселәр-игенселәр хеҙмәте оло баһаланған. Икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү-беҙҙең бурыс.

Кескәйҙәр икмәк байрамын уҙғарҙы.

Ошоно иҫәптә тотоп, Калинин районының 274 – се балалар баҡсаһында сираттағы байрам икмәккә арналды. Балаларға икмәктең нисек үҫкәне, уның ниндәй ауырлыҡтар менән беҙҙең өҫтәлгә килеп эләгеүе хаҡында бәйән ителде. Кескәйҙәр икмәк тураһында шиғыр һөйләнеләр, йомаҡтар ҡойҙолар. Киләсәктә оло хеҙмәт емеше булған икмәкте улар тағы ла нығыраҡ ҙурлар, ҡәҙерләр тип ышанғы килә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA