Калинин районында “Балалар финанс конструкторы” проекты тормошҡа ашырыла.

32-се модель китапханаһында 51-се мәктәп уҡыусылары менән “Балалар финанс кострукторы” проекты сиктәрендә һигеҙенсе осрашыу үтте.

Калинин районында “Балалар финанс конструкторы” проекты тормошҡа ашырыла.

Осрашыу “Мин аҡса илендә” тигән темаға арналды. Дәрестәрҙе Өфө ҡалаһының “Лидер” балалар һәм үҫмерҙәр берләшмәһенең педагог-психологы, проекттың партнеры Теплова Марина Николаевна алып барҙы.
Марина Николаевна балаларға аҡса тураһында һөйләне, уны нисек итеп дөрөҫ ҡулланырға өйрәтте, төрлө килеп сыҡҡан хәлдәрҙән сығыу һәм шул ваҡытта үҙеңде дөрөҫ тотоу юлдарын күрһәтте.
Дәрес барышында педагог-психолог балалар менән төрлө психологик уйындар, тестар үткәрҙе. Дөрөҫ, аҡса мәсьәләһе тормошта мөһим урынды биләй, әммә кешенең бәхете тик аҡсанан ғына тормай, тине Марина Николаевна. Осрашыу унда ҡатнашыусылар өсөн үтә файҙалы булды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA