Спорт акробатикаһы буйынса ярыштар.

18-19 март “Профи” спорт базаһында спорт акробатикаһы буйынса Калинин районы беренселегенә ярыштар  үтте.

Спорт акробатикаһы буйынса ярыштар.

Бында  165 спортсы ҡатнашты. Унда Башҡортостан Республикаһының  йыйылма командаһына ингән егеттәр, ҡыҙҙар, 22-се һанлы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, спорт мастерлығына кандидаттар, йәш акробаттар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

24-25 мартта Өфө ҡалаһы кубогына сираттағы ярыштар үтәсәк. Бында спортсылар Өфө ҡалаһы исеменән Республика беренселегендә ҡатнашыу өсөн көстәрен һынаясаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA