«Шаяниум-2022» уйынының финалы үтте.

22 март Ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә отҡорҙар һәм тапҡырҙар уйынының «Шаяниум-2022» асыҡ ҡала конкурсының финалы үтте.

«Шаяниум-2022» уйынының финалы үтте.

Быйыл конкурс «Ғүмер ҡыҫҡа-үткәрмә бушҡа», тигән тема буйынса ойошторолдо һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән халыҡтарҙың милли мәҙәни мираҫы йылына арналды.

Уйындарҙа 32 команда ҡатнашты, шуларҙан 14 команда ярым финалға сыҡты, ә инде иң яҡшы тип иҫәпләнгән 9 команда конкурстың  финалына үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, финалистар араһында Калинин районы командалары ла бар.

Шулай итеп, конкурстың бөтә шарттарын уңышлы үтеп, Калинин районының 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-шу-ша» командаһы өсөнсө урын яуланы. «Иң шәп егет роле» номинацияһында  ошо уҡ гимназияла белем алыусы Алсынбай Ғәрифуллин еңеүсе тип табылды. Ә инде «Милли калорит» номанияцияһында 140-сы башҡорт гимназияһының  «Ығы-зығы» командаһына етеүсе булманы.

Командаларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Афарин уҡыусылар!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA