Башҡортостанда «Мин яратам һине театр» акцияһы старт алды.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы халыҡ-ара театр көнө алдынан «Мин яратам һине театр» тип исемләнгән республика акцияһын иғлан итә.

Башҡортостанда «Мин яратам һине театр» акцияһы старт алды.

Уның маҡсаты – уҡыусылар араһында театр эшмәкәрлеген популярлаштырыу, мәҙәниәткә һөйөү тыуҙырыу һәм уларға әхләки-эстетик тәрбиә биреү.

Сарала Башҡоростан Республикаһының барлыҡ белем биреү учреждениеләренең театр коллективтары ҡатнаша ала. Улар үҙҙәренең видеороликтарында театр реквизиты, тейешле костюм кейеп, музыка ҡулланып, бөтә актер оҫталығында шиғыр, флешмоб, йә бик отшло әйтем әйтергә тейеш.

Төшөрөлгән видеороликтар «Бәйләнештә» социаль селтәрендә #школьныйтеатр #РЦКУМ хештегтары аҫтында ҡуйыла.

2022 йылдың 5 апрелендә акцияға йомағаҡ яһаласаҡ. Сағыу һәм юғары ижади кимәлдә башҡарылған авторҙар Диплом менән бүләкләнәсәк.

Шулай уҡ Халыҡ – ара театр көнө айҡанлы 18 алып 27 мартҡа тиклем белем биреү ойошмаларында класс сәғәттәре, мәҙәни шәмбе көнө, театрға йөрөү, актерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA