Калинин районында яҙғы ташҡын эштәренә әҙерлек бара.

Был Өфө йылғаһы,  Максимовка һәм  Брызгалово күлдәрендәге һыу кимәленең күтәрелеүенә бәйле.

Өфө ҡалаһы янғындарҙы иҫкәртеү буйынса бүлек инженерҙары дөйөм баҡсаларҙа профилактик рейдтар үткәрә, һыу күтәрелгән осорҙа үҙеңде нисек һаҡларға икәнен аңлата. Халыҡ ташҡын осоронда ҡапыл юғалып ҡалмаһын  өсөн белгестәр уларға махсус буклеттар тарата, кеше күп йөрөгән урындарға күргәҙмә материалдар урынлаштыра.

Ташҡын көслө булған урындан халыҡты эвакуациялау өсөн Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса граждандар именлеге идаралығы ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарын әҙерләгән. Әгәр ҙә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, кисекмәҫтән «01»,  «101» йә булмаһа «112» телефондары буйынса шылтыратыу мотлаҡ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA