Калинин районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре 2021 йылға йомғаҡ яһаны.

121-се гимназияла белем биреү учреждение етәкселәренең тармаҡ-ара кәңәшмәһе булып үтте.

Калинин районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре 2021 йылға йомғаҡ яһаны.

Уның эшендә Калинин районы хакимиәте башлығы С.П.Кожевников ҡатнашты. Сергей Петрович уҙған йылда уҡыуҙа, спорт тормошонда, шулай уҡ ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы бүләкләп үтте.

Мәғариф бүлеге начальнигы С.А.Мостафина белем биреү учреждениеләренең 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. "2021 йылда Калинин районы мәктәптәре буйынса тармаҡ килешеүенең үтәлеше" тураһында РФ мәғариф һәм фән буйынса Профсоюз хеҙмәткәрҙәренең Өфө ҡалаһы Калинин районы ойошмаһы рәйесе Н.Л.Филатова бәйән итте.

Белем биреү учреждениеһы етәкселәре мәктәптәрҙә дөйөм хәүефһеҙлекте булдырыу, туҡланыу мәсьәләһе, шулай уҡ гранттарҙы йәлеп итеп белем биреү сифатын күтәреү буйынса үҙ-ара фекер алышты. Кәңәшмә һуңында тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте баһалап үтелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA