Киров районының 105 ихатаһында юлдағы соҡорҙар ямалған

Өфө ҡалаһы Киров районында юлдағы соҡорҙарҙы ямау йылдам бара. Юлдағы емереклектәр хәүефһеҙлеккә генә янамай, а ҡалалағы транспорт хәрәкәтенә тотҡарлыҡтар яһай.
Өфө ҡалаһы Киров районында юлдағы соҡорҙарҙы ямау йылдам бара. Юлдағы емереклектәр хәүефһеҙлеккә генә янамай, а ҡалалағы транспорт хәрәкәтенә тотҡарлыҡтар яһай. Юлда барлыҡҡа килгән соҡорҙар тураһында хәбәр итеү өсөн Өфөлә йәшәүселәр “Өфө ҡалаһының интерактив картаһы” сервисын һәм кеҫә телефондары өсөн эшләнгән “Юл эксперты” ҡушымтаһын ҡуллана ала. 2019 йыл эсендә Киров районындағы 1821 соҡор тураһында хәбәр алынған. Уларҙың яртыһын райондың коммуналь һәм торлаҡ хужалығы эшселәре ямап та ҡуйған. Йорт ихаталарында ла эш йылдам бара. Ике ай эсендә Киров районының 105 ихатаһында эштәр тамамланған. Барыһы 1571 квадрат метр соҡор ямалған. Шулай уҡ ошо арала “Башҡорт ихаталары” маҡсатлы программаһына ярашлы эштәр башланырға тора. Район юлдарында ла эштәр дауам итә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA