48-се Башҡорт лицейында «Йыр булһын юлдашым» район конкурсы үтте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған 48-се Башҡорт лицейында "Йыр булһын юлдашым" тигән район конкурсы үтте. Кисәлә Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған 48-се Башҡорт лицейында "Йыр булһын юлдашым" тигән район конкурсы үтте. Кисәлә Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды. Сара бөйөк әҙиптең әҙәби мираҫы аша күңелдәрҙә илһөйәрлек, кешелеклелек тойғолары, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, ижади һәләттәрҙе асыу маҡсатынан ойошторолдо. Бәйгелә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәр көс һынашты. Конкурс өс номинацияла үтте: яңғыҙ башҡарыусылар, дуэт, коллектив менән башҡарыу. Уҡыусылар оҙон көйҙәр булыуға ҡарамаҫтан, бар көстәрен һалып, тырышып сығыш яһанылар. Закиров Марсель менән Зайнуллина Ксения, Князев Руслан һәм Хабибрахманов Вадим һоҡланғыс дуэт башҡарҙылар. Тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар араһында яңғыҙ башҡарыусылар Мөхәмәтйәнова Ильмира, Әминева Альбина, Аскарова Ләлә иҫ китмәле моңло тауыштары менән әҙиптең йырҙарын башҡарһа, Альбина Муллағолова иһә Мостай Кәримдең "Көҙ "шиғырына үҙе көй ижад итеп, тамашасыны таң ҡалдырҙы. Уҙғарылған сара, үҙенең бар көсөн һәм талантын һалған бөйөк әҙиптең ижади ҡомартҡыһын быуындан - быуынға һаҡлап алып ҡалыуҙа, киләсәк быуынға еткереүҙә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA