Өфө ҡалаһының Киров районында бер аҙна эсендә коммуналь хужалыҡ эшселәре тарафынан 700 квадрат метр юлдар ямалған

Аҙна дауамында 120 тонна асфальт һалынған. Уның 32 тоннаһы - шыйыҡ асфальт, 18 тоннаһы – рециклир менән һалынған эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһы. Барыһы 700 квадрат метр соҡорҙар ямалған.
Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була. Был мөмкинлектәр хәҙер тағы ла киңәйҙе. Юлдағы соҡор тураһында хәбәр итеү процедураһы ябайлаштырылды. Өҫтәүенә “Юл эксперты” кеҫә телефондары өсөн ҡушымтаны ла файҙаланып була. Бер ай эсендә Киров районы биләмәһендәге 1200 соҡор тураһында хәбәр алынған. Был хәбәрҙәр буйынса 550 урында ремонт эштәре башҡарылған да инде. Аҙна дауамында 120 тонна асфальт һалынған. Уның 32 тоннаһы - шыйыҡ асфальт, 18 тоннаһы – рециклир менән һалынған эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһы. Барыһы 700 квадрат метр соҡорҙар ямалған. Дим, Ҡараиҙел, Зәйнәп Биишева урамдарындағы, Менеделеев, Зәйнулла Рәсүлев, Пугачев, Софья Перовская, Степан Кувыкин, Генерал Горбатов урамдарындағы соҡорҙар ремонтланған. Автомобиль хәрәкәтен туҡтатмаҫ өсөн күп эштәр төнөн башҡарыла.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA