Беренсе дөйөм ҡала өмәләрендә 103 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты

6 апрель көнө Өфөлә беренсе дөйөм ҡала өмәләре үҙҙы. Улар ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә үтте.

6 апрель көнө Өфөлә беренсе дөйөм ҡала өмәләре үҙҙы. Улар ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә үтте.

Ҡала биләмәләрен таҙартырға 103 меңдән артыҡ кеше сыҡты. Улар араһында ҡала халҡы ла, мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, предприятиелар, ойошмалар эшселәре лә, торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Өфөнөң Дим районының  «Каскад Инвест» төҙөлөш майҙансығында уҙған өмәлә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм волонтерҙар менән берлектә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡатнашты. Шулай уҡ ул «Көмөш шишмәләр» биҫтәһендә булды. Бында 161-се лицейҙың  һәм ООО «ЖЭУ» идара итеүсе компанияның өмәлә ҡатнашыусылары менән аралашты.

Һуңынан Өлфәт Мостафин Ленин районындағы «Тулҡын» скверында булды, ял итеү урындарын төҙөкләндереү һәм таҙартыу эштәре менән танышты.

Был көндө ҡала халҡы  ҡарҙарҙы таратты, боҙҙарҙы ватты һәм ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйҙы. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр кесе архитектура формаларын, туҡталыштарҙы йыуҙылар, юлдарҙы таҙҙарттылар, сүп-сарҙы йыйып сығарҙылар. Шулай уҡ сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары, дауалау учреждениелары, уҡыу йорттары һәм башҡалар үҙ биләмәләрен тейешле хәлгә килтерҙе.

Киләһе дөйөм ҡала өмәләре 13 апрель көнөнә планлаштырылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA