Өфөлөләр «Горзеленхоз» предприятиеһының вольер хужалығындағы айыу балаларына исемдәр һайланылар

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафи үткән аҙнала Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына айыу балаларына исемдәр уйлап табырға тәҡдим иткән ине.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафи үткән аҙнала Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына айыу балаларына исемдәр уйлап табырға тәҡдим иткән ине.

Барлыҡ теләүселәр ҙә үҙ варианттарын социаль селтәрҙәрҙә хакимиәттең рәсми төркөмдәренә ебәрҙеләр. Барыһы 100-ҙән артыҡ исемдәр тәҡдим ителде. Иң популяр исемдәр булып – Марта һәм Умка һайланды.

Әлеге ваҡытта айыу балалары өс айлыҡтар. Уларҙы йылылыҡ ебәрелгән махсус бинала урынлаштырғандар һәм ике сәғәт һайын һөт эсерәләр. Һуңынан ботҡа бирә башлаясаҡтар.

Йыл һайын вольер хужалығында уртаса 4-5 айыу балаһы тыуа.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA