Өфө ҡалаһының Киров районында бер аҙна эсендә 390 квадрат метр юлдар ямалған

Өфө ҡалаһы рәсми сайтында Интерактив карта сервисы эшләп килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ике аҙна эсендә өфөлә йәшәүселәр бер меңгә яҡын соҡор хаҡында хәбәр иткәндәр. Киров районы буйынса үткән аҙнала 86 мөрөжәғәт ҡабул ителгән.Шулар араһынан 39 соҡор ямалған да инде.
Яҙын юлдарҙы ямау – ваҡытлыса һәм автотранспорт хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сара. Белгестәр иҫбатлауынса, юлдарҙағы тишек-тошоҡто ямау өсөн температураһы 250 градусҡа еткән эҫе асфальт һәм составында битум күберәк ҡулланылған һыуыҡ асфальт ҡулланыла. Өфө ҡалаһы рәсми сайтында Интерактив карта сервисы эшләп килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ике аҙна эсендә өфөлә йәшәүселәр бер меңгә яҡын соҡор хаҡында хәбәр иткәндәр. Киров районы буйынса үткән аҙнала 86 мөрөжәғәт ҡабул ителгән. Шулар араһынан 39 соҡор ямалған да инде. Аҙна дауамында 66 тонна асфальт һалынған. Уның 42 тоннаһы - шыйыҡ асфальт, 24 тоннаһы – рециклир менән һалынған эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһы. Барыһы 390 квадрат метр соҡорҙар ямалған. Ремонт Пугачев, Мөбәрәков, Киров, Рабкоров урамдарында яһалған.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA