Республика юбилейына арналған фильм ҡарарға ашығығыҙ!

«Беренсе Республика» -Булат Йосопов төшөргән Рәсәй составында барлыҡҡа килгән тәүге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Дәүләтте төҙөүҙә һәм уның үҫешенә өлөш индергән зыялылар тураһындағы нәфис фильм.
Быйыл халҡыбыҙ зыялылары тураһында фильм төшөрөлдө. «Беренсе Республика» -Булат Йосопов төшөргән Рәсәй составында барлыҡҡа килгән тәүге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Дәүләтте төҙөүҙә һәм уның үҫешенә өлөш индергән зыялылар тураһындағы нәфис фильм. Улар араһында Башҡортостандың беренсе халыҡ йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов та бар. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын тотош донъя кимәленә сығарған тәүге профессионал башҡарыусы. Уның исеме бик күп ил тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Мәскәү концерваторияһында башҡорт милли студияһын ойоштороуы ғына республика йылъяҙмаһын байыта. Әҫәрҙә Башҡорт республикаһының күкрәп сәскә атҡан ваҡыты һүрәтләнә. Бигерәк тә, милли сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт ваҡиғалары иғтибар үҙәгенә алына. Балет, опера кеүек яңы тармаҡҡа нигеҙ һалына. Барыһы ла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән бәйле. Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендәге ҡыҙыл кирбестән һалынған бинаға һуғыш та, революциялар ҙа ҡамаусаулай алмай. Бында башҡорт драма, урыҫ, йәш тамашасы, ҡурсаҡ театрҙары эш башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар ҙа тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай. Фильм үҙе өс-дүрт ай эсендә төшөрөлһә лә, уның өҫтөндә эш бер-нисә йыл дауам итә. Сценарий авторҙары тарихи документтар өйрәнеп кенә ҡалмай, беренсе республика төҙөгән шәхестәрҙең туғандары менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшә. Һәр образ ентекле уйланыуы менән тамашасы күңелен йәлеп итә. Башҡорт мөхитенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе бығаса китап-гәзиттәрҙән уҡып белгән халыҡ ҙур экрандарҙан күрҙе. Уларҙың исеме, ниһайәт, кинематография тарихына яҙылды. Бер нимә лә уйланып сығарылмаған. Барыһы ла тарихи факттарға, документтарға таянып ижад ителгән. Хатта, улар эпизодтарҙа ла күренеп ҡала. Һәҙиә Дәүләтшинанан һорау алыу. Уйлап сығарылған документҡа ҡул ҡуйыуҙы талап итеү. Рәми Ғариповтың "Табыныу" поэмаһында әйтелгәнсә, ҡурайҙың бер осонан бал, икенсеһенән ҡан тамған ваҡиғалар ҙа күҙ алдына баҫтырыла. Халыҡ дошманы тип нахаҡҡа ғәйепләнгән бер төркөм зыялыларҙан һорау алыуҙар, тентеүҙәр... Унан һуң, атып үлтереүҙәр... Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Ғабдулла Амантай. Шәхес культы репрессияһына дусар ителеп, атып үлтерелгән шәхестәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы йылында фильм яңы тулы метражлы нәфис фильм һәм мәғрифәтселек проекты булараҡ бик мөһим. Байтаҡ архив документтарын, хәтирәләрҙе өйрәнеп, сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова бөтә ваҡиғалар "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаевтың яҙмышы аша һүрәтләнә. Совет иленең беренсе республикаһы тураһындағы фильмды баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында ҡарарға мөмкин. Рәхим итегеҙ! Автор: Азат Ғәлиуллин.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA