Өфөлә Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабының исем туйы үтте

20 мартта муниципалитетта Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабының исем туйы үтте. Сара күренекле һүҙ оҫтаһы, шағир, прозаик, драматург һәм публицист, философ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған ине.

20 мартта муниципалитетта Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабының исем туйы үтте. Сара күренекле һүҙ оҫтаһы, шағир, прозаик, драматург һәм публицист, философ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған ине.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары, шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, шағирҙың ейәне, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, хакимиәт, Мостай Кәрим исемендәге фонд вәкилдәре, республика яҙыусылары, шулай уҡ студенттар, мәктәп, гимназия, лицей уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.

Килгән ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин сәләмләне. Ул Мостай Кәримдең Башҡортостан баш ҡалаһының үҙенсәлекле символына, ҡайнар күңеленә, мәрхәмәтле йөрәгенә әүерелеүен  билдәләп үтте.

- Уның ижады – ул милли байлыҡ! Беҙ барыбыҙ ҙа уның шиғырҙары һәм поэмалары, повесттары һәм хикәйәләре, комедиялары һәм драмалары Өфөлә,  йоҡоһоҙ төндәрҙә, ижад ителеүе менән ғорурланабыҙ. Уның күпселек китаптары беренсе тапҡыр баш ҡала нәшриәттәрендә дөнъя күргәндәр. Ысын халыҡ шағиры булараҡ, ул һәр ваҡыт халҡы менән булды, - тине ул. - «Йәләлетдин атай» әҫәренә килгәндә, ул иҫ киткес һәм таң ҡалдырғыс. Был хәл-ваҡиғалар һуғыш осоро балалары һәм беҙҙең көндәге социаль йәтим балаларҙың урланған бәхеттәре темаһына уйланырға мәжбүр итә.

Китаптың сюжет нигеҙенә яҙыусының дуҫы, Өфөнөң иң танылған кешеләренең береһе, маҡтаулы гражданины, легендар ҡала башлығы Михаил Зайцевтың бала саҡ хәтирәләре ингән.

Был китап ун йылдан ашыу элек сикләнгән тираж менән нәшер ителгән ине. Быйыл, авторҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата, ул 1000 тираж менән сығарылды.

Китаптың исем туйында ҡунаҡтар өсөн «Йәләлетдин атай» спектакленән өҙөк тәҡдим ителде, шулай уҡ Өфөнөң балалар йорттарында һәм балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр башҡарыуында рус һәм башҡорт телдәрендә йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны.

Сара барышында шулай уҡ ҡала китапханалары һәм балалар йорттары өсөн китаптар тапшырыу тантанаһы үтте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA