Тәртипкә килтерелгән ихаталар – торлаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙанышы

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүенә ҡарамаҫтан, ихаталарҙа ҡар күләмен бер көндә таҙартып бөтөрөү мөмкин түгел.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүенә ҡарамаҫтан, ихаталарҙа ҡар күләмен бер көндә таҙартып бөтөрөү мөмкин түгел. Ҡыш китергә ашыҡмай. Күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарында эленеп торған боҙбармаҡтар яҙын айырыуса хәүефле. Йорт ҡыйыҡтарындағы ҡар өйөмдәренә, боҙбармаҡтарға иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Әлеге көндә Өфө ҡалаһы Киров районы торлаҡ хужалығы идаралығы боҙбармаҡтарға ҡаршы «көрәшкә» 19 эшселәр бригадаһы, автовышка йәлеп ителгән. Махсус өйрәтелгән хеҙмәткәрҙәр ҡыйыҡ баштарын ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу менән мәшғүл. Торлаҡ хужалығы идаралығы йорт алды территорияларын таҙартыу өсөн 24 күп маҡсатлы коммуналь-төҙөлөш машинаһы (шул иҫәптән тәгәрмәсле, сылбырлы), көн һайын йорт алды территорияларын таҙартырға 134 урам һепереүсе сыға. Хәҙерге заман талаптары менән ҡулайлаштырылған ихаталарҙа кар йыйыштырыу эштәре ойошторолған: Зайнулла Расулев урамы, 6, Софья Перовская урамы, 15/1, Мөбәрәҡов урамы,18, Хоҙайбердин урамы,11 урамдарында ҙур эш алып баралар.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA