09.01.2019
1752
Яңы 2019 йыл алдынан Магнитогорск ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә булды.
Был ауыр көндәрҙә бөтә ил мохтаждарға һәм зыян күреүселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
Өфө ҡалаһы ла ситтә ҡалманы. 2019 йылдың 9 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте эшҡуарлыҡ берләшмәһе менән берлектә Магнитогорск ҡалаһының мохтаж булған 73 бала өсөн 8 посылка әҙерләп ебәрҙеләр.
Посылкаларҙа – канцелярия тауарҙары, татлы бүләктәр, үҫеш өсөн уйынсыҡтар һәм башҡалар.