Өфөлә Ватан Геройҙарын тәбрикләнеләр

Йыл һайын, 9 декабрҙа, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был көндө Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Дан һәм Изге Георгий ордендарының тулы кавалерҙарын һәм беҙҙең менән булмаған Ватан Геройҙарының ғаилә ағзаларын хөрмәтләйҙәр.

Йыл һайын, 9 декабрҙа, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был көндө Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Дан һәм Изге Георгий ордендарының тулы кавалерҙарын һәм беҙҙең менән булмаған Ватан Геройҙарының ғаилә ағзаларын хөрмәтләйҙәр.

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселегендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ кавалеры Лира Шәрип ҡыҙы Камаловаға муниципалитет исеменән сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Лира Камалова мәғариф өлкәһенә бөтә ғүмерен тиерлек арнаған. Университетты уҡып бөтөү менән Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Тәүге мәлдән үк ул эштә уңғанлыҡ, һәләтлек һәм ысын педагог сифаттарын күрһәтә.

Тәжрибәле уҡытыусыны мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1971 йылдың сентябрендә Лира Шәриф ҡыҙы урта мәктәп директоры вазифаһына тәҡдим ителә.

Ҡыҫка ваҡыт эсендә Лира Шәрип ҡыҙы уҡытыусылар коллективында оҫта етәксе булып таныла. Уның үҙенең дәрестәре идея-теоретик һәм методик яҡтан юғары кимәлдә үтә, дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәренә ҙур урын бирелә. Мәктәптә методик эш уҡытыу программалары талаптары нигеҙендә юғары кимәлдә ойошторола, уҡытыусыларҙың бер-береһенә ярҙамы ғәмәлгә ашырыла.

1985 йылдан – Өфөнөң 20-се урта мәктәбе директоры, 1987 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире. 1993—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университеның Квалификация күтәреү һәм профессия йәһәтенән яңынан әҙерләү институты методисы булып эшләй.

Рөстәм Ғәзизов, Лира Шәрипованы ҡотлап, уның уңышлы хеҙмәттәре, юғары белем биреү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA