Өфө торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йорт яны территорияларын ҡарҙан таҙартыу эштәрен дауам итә

Өфө ҡалаһының торлаҡ ойошмалары һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итәләр. Төп эштәр йорт яны территорияһын, ишек алды юлдарын, подъезд алдарын, тротуарҙарҙы таҙартырға йүнәлтелгән.

Өфө ҡалаһының торлаҡ ойошмалары һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итәләр. Төп эштәр йорт яны территорияһын, ишек алды юлдарын, подъезд алдарын, тротуарҙарҙы таҙартырға йүнәлтелгән.

Иртәнге 5-тән ихаталарҙа таҙартыу техникаһы, 6-нан – торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре эшләй башлай. Бының өсөн көн һайын 130 махсус техника һәм 900 кеше йәлеп ителә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт яны территорияһын, ишек, подъезд алдарын, тротуарҙарҙы таҙартҡанда тәртипһеҙ рәүештә ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә, сифатлы йыйыштырыу булмаған сәбәпле, халыҡ зыян күрә.

Шуға бәйле, торлаҡ ойошмалары өфөлөләрҙе үҙ автомобилдәрен парковкаларға дөрөҫ ҡуйырға һәм мөмкин булғанса ҡарҙан таҙартыу саралары ваҡытында күсереп торорға саҡыра.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA